+10 °С
Болотло
Моңһоуланып ҡалды донъя,
Ҡараңғыланды офоҡ,
Күк йөҙөндә һыр-болоттар,
Ҡояш та ҡарай тоноҡ.
Һалҡын ел ағас япрағын
Йолҡоп алып тарата,
Дымға сарсаған тупраҡты
Көҙгө ямғыр сылата...
Шиңгән хәҙер гөл-сәскәләр,
Һарғайған үләндәре,
Һайыҡҡан йылға-күлдәрҙең
Тартылған үҙәндәре...
...Көҙ – эҫе йәй булмаҫ инде,
Һәр миҙгелдең үҙ йәме.
Алтын көҙҙө нимә биҙәй?
Байлыҡ һәм муллыҡ тәме.