Рух
-2 °С
Облачно
Илһам
13 Сентября 2023, 01:57

ЙӘЙҘӘР ҮТТЕ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Йәйҙәр үтте тимәгеҙ ,Көҙ килде тип көймәгеҙ.Миҙгелдәрҙе моңға һалыпЙырҙар итеп көйләгеҙ.Алтын-һарынан кейенгәнАғастарҙы күрегеҙ!Шатлыҡ, бәхет, яҡты уйҙыТолом- толом үрегеҙ.Һалҡынайтты көндәр тиеп,Көҙҙәрҙе һүҙләмәгеҙ,Төндәр оҙайҙы инде типҒәйеп, йөй эҙләмәгеҙ.Көҙ һағышын үткәрәйек,Йәйҙәр етер яңынан...Күңел генә ҡартаймаһынУҙған көндәр саңынан.( 10.09.2023)

Добавить в предпочтительные источники Google
ЙӘЙҘӘР  ҮТТЕ (Минира БИКӘНӘСОВА).ЙӘЙҘӘР  ҮТТЕ (Минира БИКӘНӘСОВА).
ЙӘЙҘӘР ҮТТЕ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Йәйҙәр үтте тимәгеҙ ,
Көҙ килде тип көймәгеҙ.
Миҙгелдәрҙе моңға һалып
Йырҙар итеп көйләгеҙ.
Алтын-һарынан кейенгән
Ағастарҙы күрегеҙ!
Шатлыҡ, бәхет, яҡты уйҙы
Толом- толом үрегеҙ.
Һалҡынайтты көндәр тиеп,
Көҙҙәрҙе һүҙләмәгеҙ,
Төндәр оҙайҙы инде тип
Ғәйеп, йөй эҙләмәгеҙ.
Көҙ һағышын үткәрәйек,
Йәйҙәр етер яңынан...
Күңел генә ҡартаймаһын
Уҙған көндәр саңынан.( 10.09.2023)

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас