Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
1 Сентябрь 2023, 09:08

1 СЕНТЯБРЬ – БЕЛЕМ КӨНӨ

БӨГӨН – БЕЛЕМ КӨНӨ. БАРЫҺЫН ДА ОШО БАЙРАМ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ! ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫ ОЛО УҢЫШТАРҒА БАЙ БУЛҺЫН!!!

1 СЕНТЯБРЬ – БЕЛЕМ КӨНӨ
1 СЕНТЯБРЬ – БЕЛЕМ КӨНӨ

1 СЕНТЯБРЬ – БЕЛЕМ КӨНӨ

(Минира Бикәнәсова)

Уҙып китте каникулдар,

Үтте инде йәйҙәрем.

-Уҡырға кил, - тип саҡыра

Мине туған мәктәбем!

 

Класс бүлмәһе, спорт залы

Беҙҙе күптән көткәндәр.

Хатта китап, дәреслектәр

Һағынышып бөткәндәр.

 

Уҡытыусым ҡаршы ала

Йылмайып-көлөп кенә.

Күрерһегеҙ: өлгәшермен

“Дүртле”-“бишле”гә генә.

 

Мәктәп баҡсаһында уңған

Йәшелсәләр-емештәр.

Ялҡауланырға урын юҡ –

Көтәләр көҙгә эштәр!

 

Белем алып, хыялдарҙы

Ысын итербеҙ әле!

Килеп етер, оҙаҡламаҫ

Һөнәрҙәр һайлау мөле.

 

Үҙ телемдә, үҙ еремдә

Белем алыуы рәхәт!

Мәктәп юлы аша үтә

Фән иленә сәйәхәт!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: