-3 °С
Болотло
Һүрән төҫкә мансып офоҡтарҙы,
Тау артына ут-ҡояш бата...
Ғәжәп бит, ә башҡа тарафтарҙа
Алтын нурға сумып таң ата...
Берәм-берәм йондоҙҙар ҙа ҡалҡа
Күпме улар, ҡара – һанауһыҙ!
Төнгө күкте ҡояш яңғыҙ ғына
Ҡалдырмаған икән ҡарауһыҙ...
Бүлеп биргән Айға нурҙарын да,
Ер юлдашһыҙ төндә ни эшләр?
Табышһындар өсөн ғашиҡ йәндәр,
Аҙашмаһын өсөн кешеләр...
Көмөш нурға ҡойона тын ағастар,
Сәскә-гөлдәр шымып ҡалғандар.
Моңон “һуҙа” бары сиңерткәләр
Төнгә улар хужа булғандар!
...Бер аҙ ғына күңел моңһоуланды
Уҙып китте, тиеп был көн, бәй!
Болоҡһоған йөрәгемә шул саҡ
Ялҡын өҫтәп үтте нәжәғәй...