Рух
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Август 2023, 11:08

Август (Минира Бикәнәсова-Үтәгәнова)

Ысыҡ кисә үлән, сәскә-гөлдәр,Таң һалҡыны яра һауаны,Диңгеҙ кеүек ята Өршәк буйыТоман ҡаплап алғас даланы.Зәңгәр күкте ҡанатына элепБөркөт осоп үтте ҡыйылып,Көнбағыштар сәләм биреп ҡалдыҠояш нурҙарына һыйынып.Бешкән арыш, яңы бесән еҫенЕл таратты тирә- яғына,Аҙашҡан бер һары япраҡ ҡынаҺағыш һалды август таңына...

Август (Минира Бикәнәсова-Үтәгәнова)
Август (Минира Бикәнәсова-Үтәгәнова)

Ысыҡ кисә үлән, сәскә-гөлдәр,
Таң һалҡыны яра һауаны,
Диңгеҙ кеүек ята Өршәк буйы
Томан ҡаплап алғас даланы.


Зәңгәр күкте ҡанатына элеп
Бөркөт осоп үтте ҡыйылып,
Көнбағыштар сәләм биреп ҡалды
Ҡояш нурҙарына һыйынып.


Бешкән арыш, яңы бесән еҫен
Ел таратты тирә- яғына,
Аҙашҡан бер һары япраҡ ҡына
Һағыш һалды август таңына...

Август (Минира Бикәнәсова-Үтәгәнова)
Август (Минира Бикәнәсова-Үтәгәнова)
Август (Минира Бикәнәсова-Үтәгәнова)
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: