-4 °С
Болотло
ЯҘМЫШ АТЫ
Ҡулдамы икән Яҙмыш теҙгендәре?
Маңлайыма әллә яҙылған?
Яҡты көндәр, бәхет көҫәй күңел.
Юлдар ғына алда һыҙылған.
Ғүмер буйы көрәшәбеҙ кеүек
Йәшәү юлын һайлау алдында.
Ел-ямғырҙы бик аҙ күрҙекме ни
Йәшәйештең алһыу таңында?
...Ә бит күпме үтелгән дә инде –
Яҙмыш-атым, тик һин, арыма!
Өмөтһөҙлөк тигән бер яуызға
Биреп ҡуйма, мине ташлама!
Оло юлдар… һуҡмаҡ-шырлыҡтары
Йә тип-тигеҙ, йәки ҡар баҫҡан…
Алға барам һинең менән бергә:
Бирешмәҫкә ине, һынмаҫҡа!
...Рәхмәтлемен һиңә яҙмышҡынам –
Эй матур һәм киң бит был донъя!!!
Саф шишмәләр, икһеҙ-сикһеҙ киңлек…
Ҡояшҡайҙан күңел ҡот йыя.
2017
Луиза Кирәева.