-5 °С
Ҡар
Уттан алам, һыуға һалам...
Юҡ шул инде башҡа сарам,
Тик уңалһын йөрәк ярам
Һине уйлап көн-төн янам,
Ҡайтыр юлдарыңа бағам.
Төштәремдә ҡыҫып һөйәм,
Өндәремдә янып-көйәм.
Ярҙам итмәҫемде беләм
Өмөт күлдәгемде кейәм,
Имен йөрө, балам, тиәм.
Минең хәлде кем һуң аңлар?
Атыр әле тыныс таңдар!
Сабырҙарҙы һөйә Аллаһ
Лә илаһи иллаллаһ...
Лә илаһи иллалаһ...( 2022)