Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
10 Февраль 2023, 11:46

ИЖАДИ ОСРАШЫУҘА ЯҢЫ МАҠСАТТАР ҠУЙЫЛДЫ

“Зәңгәр шишмә” әҙәби берләшмәһе үткән йылға йомғаҡ яһаны

ИЖАДИ ОСРАШЫУҘА ЯҢЫ МАҠСАТТАР ҠУЙЫЛДЫ
ИЖАДИ ОСРАШЫУҘА ЯҢЫ МАҠСАТТАР ҠУЙЫЛДЫ

“Зәңгәр шишмә” район әҙәби берләшмәһенең рәйесе Вәрис Аҡбашев 2022 йылға йомғаҡ яһаны. Ултырышта быйылға эш планы менән таныштылар.

Ижадсылар һәр ваҡыт туған телде һаҡлау, балаларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләү маҡсатында төрлө саралар ойоштороп тора. Йәш таланттарҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү өҫтөндә эшләй. Район китапханаһында әленә-әле әҙәби осрашыуҙар үтеп тора.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең ҡыҙыҡлы тәҡдимдәре, яңы идеялары менән уртаҡлашты. Йылы мөхиттә барған сарала һәр кемде борсоған һорауҙар тикшерелде, уларҙы сисеү юлдары билдәләнде. Киләсәктә төрлө әҙәби конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.

Бер ерҙә ижади кешеләр йыйылғанда, улар, әлбиттә, үҙҙәренең яңы әҫәрҙәре менән таныштырмай ҡалмай. Бер-береһен ихлас тыңланылар, фекерҙәре менән бүлештеләр. Шулай уҡ быйыл юбилейын үткәргән Әбсәләм ауылынан шағирә Зөлфиә Ғәзиеваны ҡотлап, уға яңы уңыштар, ижади үҫеш теләнеләр.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: