Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
24 Ғинуар 2023, 10:25

СЕРҘӘШ (Минира БИКӘНӘСОВА).

«Шыбыр-шыбыр, шығыр-шығыр”, Аҡ ҡарҙарҙы юлдаш иттем, Бер кем белмәҫ эс -серемде Ыйны ҡарға һөйләп үттем. Тик яҡшыға юранымы Шаян ҡарап күҙен ҡыҫты- Шик-шөбһәләр йомшаҡ ҡарҙай Таралышып елгә осто... -Күңелгенәм бушап ҡалды Серҙәремде һиңә сискәс. -Ташҡын менән алып китәм Серҙәреңде, яҙҙар еткәс...

СЕРҘӘШ (Минира БИКӘНӘСОВА).
СЕРҘӘШ (Минира БИКӘНӘСОВА).

«Шыбыр-шыбыр, шығыр-шығыр”,
Аҡ ҡарҙарҙы юлдаш иттем,
Бер кем белмәҫ эс -серемде
Ыйны ҡарға һөйләп үттем.


Тик яҡшыға юранымы
Шаян ҡарап күҙен ҡыҫты-
Шик-шөбһәләр йомшаҡ ҡарҙай
Таралышып елгә осто...


-Күңелгенәм бушап ҡалды
Серҙәремде һиңә сискәс.
-Ташҡын менән алып китәм
Серҙәреңде, яҙҙар еткәс...

Автор:
Читайте нас: