Рух
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Декабрь 2022, 11:46

ҠЫШ БАБАЙ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Аҡ мәрйендәр элеп сыҡҡан Ҡыш бабай һәр ағасҡа, Ҡайындарға, имәндәргә, Шыршыға, ҡарағасҡа...   Йәлләп тормай тирә-яҡҡа Ынйыларын таратҡан, Яландарҙы, урмандарҙы Көмөштәй ялтыратҡан!   Әкиәткә әйләндергән Беҙ йәшәгән ерҙәрҙе! Ниндәй йомарт был Ҡыш бабай Йәлләмәй ҡар, елдәрҙе... Һыуыҡ булһа ла түҙербеҙ, Йөрәктә ялҡын янһын! Ап-аҡ ҡарҙар кешеләргә Аҡ бәхет теләп яуһын!

ҠЫШ БАБАЙ (Минира БИКӘНӘСОВА).
ҠЫШ БАБАЙ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Аҡ мәрйендәр элеп сыҡҡан

Ҡыш бабай һәр ағасҡа,

Ҡайындарға, имәндәргә,

Шыршыға, ҡарағасҡа...

 

Йәлләп тормай тирә-яҡҡа

Ынйыларын таратҡан,

Яландарҙы, урмандарҙы

Көмөштәй ялтыратҡан!

 

Әкиәткә әйләндергән

Беҙ йәшәгән ерҙәрҙе!

Ниндәй йомарт был Ҡыш бабай

Йәлләмәй ҡар, елдәрҙе...

Һыуыҡ булһа ла түҙербеҙ,

Йөрәктә ялҡын янһын!

Ап-аҡ ҡарҙар кешеләргә

Аҡ бәхет теләп яуһын!

Автор:
Читайте нас: