Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
14 Декабрь 2022, 09:09

ҺАУ БУЛ

Рәшит Назаров Тыуған ерҙә йөрәк ҡалды, буғай, Елдәр, елдәр, кире ҡайтығыҙ, Әсәм йорто уйсан, бойоҡ булыр, Түр тәҙрәһен барып шаҡығыҙ.   Ҡараштарың, әсәй, моңһоу, моңһоу, Офоҡтарға барып һарылған, Күҙ алдымда бары – һары томан, Йөрәгемдә һағыш – һары саң.   Һау бул, һау бул! Һин бит үҙең, әсәй, Һин бит үҙең тотоп ҡулымдан, Тәпәй баҫҡан тәүге көнөмдән үк, Илттең юлға... Сәләм улыңдан!   Елдәр, елдәр! Кире боролоғоҙ! Ҡуйыртмағыҙ һағыш һарыһын. Офоҡтарҙа әйҙә һары иртә Алһыу бер таң булып ярылһын. (11.11.1963, Стәрлетамаҡ)

ҺАУ БУЛ
ҺАУ БУЛ

Рәшит Назаров

Тыуған ерҙә йөрәк ҡалды, буғай,

Елдәр, елдәр, кире ҡайтығыҙ,

Әсәм йорто уйсан, бойоҡ булыр,

Түр тәҙрәһен барып шаҡығыҙ.

 

Ҡараштарың, әсәй, моңһоу, моңһоу,

Офоҡтарға барып һарылған,

Күҙ алдымда бары – һары томан,

Йөрәгемдә һағыш – һары саң.

 

Һау бул, һау бул! Һин бит үҙең, әсәй,

Һин бит үҙең тотоп ҡулымдан,

Тәпәй баҫҡан тәүге көнөмдән үк,

Илттең юлға... Сәләм улыңдан!

 

Елдәр, елдәр! Кире боролоғоҙ!

Ҡуйыртмағыҙ һағыш һарыһын.

Офоҡтарҙа әйҙә һары иртә

Алһыу бер таң булып ярылһын.

(11.11.1963, Стәрлетамаҡ)

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: