Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
1 Ноябрь 2022, 10:31

Бөгөн Рәшит Назаровтың тыуған көнө

1 ноябрь - күренекле шағир, районыбыҙҙың Ғәлимйән Ибраһимов, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты, Рәшит Сәйетбаттал улы Назаровтың тыуған көнө. ЙӘШЛЕК УЙЛАНА (Рәшит НАЗАРОВ). Мин донъяға илап түгел, көлөп тыуғанмын, Биләүлек менән билемде биштән быуғанмын. Йөҙөмә әсәмдең ҡайнар йәше таммаған, Күҙ нурымда ауыр йылдар эҙе ҡалмаған, - Шуға күрә бөгөнгөм дә салт аяҙ, яҡты, Кинәнеп иҫкә төшөрәм шат, сабый саҡты. Минең өсөн килер көн дә ҡурҡыныс түгел, Ә шулай ҙа йөрәк әле тып-тыныс түгел. Алыҫтан еремә ҡара болот үрелә, Болот эсендә ҡан һеңгән ҡылыс күренә. Ил һөйләй: шул ҡанлы ҡылыс һелтәнмәҫ борон, Шаҡарайыҡ уны тотҡан яуыздың ҡулын. Шаҡарайыҡ - тыныс тормош кәрәк халҡыма, Шаҡарайыҡ - киләсәк һәм бөгөн хаҡына. Илем һөйләй. Уның һүҙе - хаҡлыҡ ораны, Уның алдында баш һала үлем ҡоралы. Илем теләй; байрам итһен бәхет донъяла, Көлә-көлә тыуһын бәхетле бала. ...Мин донъяға илап түгел, көлөп тыуғанмын, Биләүем менән билемде биштән быуғанмын, Шуға бөгөн йәшлегем дә иркен һулышлы, Теләйем һәр кемгә шундай яҡты тормошто! Килер быуын беҙҙән көләс, беҙҙән шат булһын, Улар өсөн "үлем", "һуғыш" һүҙе ят булһын, - Шулай тим мин, һәм шулай ти бөтә кешелек, Шулай ти ер йәшәү дәрте менән иҫереп! Шатланығыҙ, ҡан-йәш күрмәҫ быуындар: Сөнки ерҙә мәңгелектең дуҫы - Илем бар!

Бөгөн Рәшит Назаровтың тыуған көнө
Бөгөн Рәшит Назаровтың тыуған көнө

1 ноябрь - күренекле шағир, районыбыҙҙың Ғәлимйән Ибраһимов, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты, Рәшит Сәйетбаттал улы Назаровтың тыуған көнө.

ЙӘШЛЕК УЙЛАНА

(Рәшит НАЗАРОВ).

Мин донъяға илап түгел, көлөп тыуғанмын,
Биләүлек менән билемде биштән быуғанмын.
Йөҙөмә әсәмдең ҡайнар йәше таммаған,
Күҙ нурымда ауыр йылдар эҙе ҡалмаған, -
Шуға күрә бөгөнгөм дә салт аяҙ, яҡты,
Кинәнеп иҫкә төшөрәм шат, сабый саҡты.


Минең өсөн килер көн дә ҡурҡыныс түгел,
Ә шулай ҙа йөрәк әле тып-тыныс түгел.
Алыҫтан еремә ҡара болот үрелә,
Болот эсендә ҡан һеңгән ҡылыс күренә.


Ил һөйләй: шул ҡанлы ҡылыс һелтәнмәҫ борон,
Шаҡарайыҡ уны тотҡан яуыздың ҡулын.
Шаҡарайыҡ - тыныс тормош кәрәк халҡыма,
Шаҡарайыҡ - киләсәк һәм бөгөн хаҡына.


Илем һөйләй. Уның һүҙе - хаҡлыҡ ораны,
Уның алдында баш һала үлем ҡоралы.
Илем теләй; байрам итһен бәхет донъяла,
Көлә-көлә тыуһын бәхетле бала.

...Мин донъяға илап түгел, көлөп тыуғанмын,
Биләүем менән билемде биштән быуғанмын,
Шуға бөгөн йәшлегем дә иркен һулышлы,
Теләйем һәр кемгә шундай яҡты тормошто!

Килер быуын беҙҙән көләс, беҙҙән шат булһын,
Улар өсөн "үлем", "һуғыш" һүҙе ят булһын, -
Шулай тим мин, һәм шулай ти бөтә кешелек,
Шулай ти ер йәшәү дәрте менән иҫереп!
Шатланығыҙ, ҡан-йәш күрмәҫ быуындар:
Сөнки ерҙә мәңгелектең дуҫы - Илем бар!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: