Рух
+11 °С
Ясно
Илһам
13 Октября 2022, 05:36

КӨҘ КИЛДЕ

(Минира Бикәнәсова)   Көҙ килде, тип иламағыҙ әле! Таңдар ата йәйге иртәләй: Ҡояш нуры болоттарҙы ярып Наҙлы ғына беҙҙе иркәләй.   Урман-ҡырҙар аяҡ аҫтарына Услап һипкән алтын тәңкәләр, Ә Ҡарһылыу төндә шыпырт ҡына Теҙеп сыҡҡан ап-аҡ сәскәләр!   Көҙгө һауа – йәнгә бер тыныслыҡ, Йәйге селләләрҙән арынып, Киткән ҡоштар тағы ҡайтыр әле, Тыуған ояларын һағынып.   Тып-тып яуған ямғыр тамсылары Йырҙар йырлай, унда күпме наҙ! Көҙҙөң моңһоулоғо бер ни түгел, Күңелемдә йәшәй... ярһыу яҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
КӨҘ КИЛДЕКӨҘ КИЛДЕ
КӨҘ КИЛДЕ

(Минира Бикәнәсова)

 

Көҙ килде, тип иламағыҙ әле!

Таңдар ата йәйге иртәләй:

Ҡояш нуры болоттарҙы ярып

Наҙлы ғына беҙҙе иркәләй.

 

Урман-ҡырҙар аяҡ аҫтарына

Услап һипкән алтын тәңкәләр,

Ә Ҡарһылыу төндә шыпырт ҡына

Теҙеп сыҡҡан ап-аҡ сәскәләр!

 

Көҙгө һауа – йәнгә бер тыныслыҡ,

Йәйге селләләрҙән арынып,

Киткән ҡоштар тағы ҡайтыр әле,

Тыуған ояларын һағынып.

 

Тып-тып яуған ямғыр тамсылары

Йырҙар йырлай, унда күпме наҙ!

Көҙҙөң моңһоулоғо бер ни түгел,

Күңелемдә йәшәй... ярһыу яҙ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас