Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Июнь 2022, 18:14

Бөгөн... ҺАБАНТУЙ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Һабантуйҙар мәле етте бына Башҡортомдоң данлы йолаһы! Халыҡ гөжләй  күс айырған ҡорттай, Әллә ҡайҙан күр(е)нә ҡолғаһы...   Теҙелгәндәр башҡорт тирмәләре, Моң түгелә гармун, ҡурайҙан, Уйын-көлкө, бәйге, ярыш ҡыҙа, Майҙан тота аттар туғайҙа...   Келәмдәрҙә бил һынаша ирҙәр, Батырҙарға әҙер ҡуй-тәкә! Көршәктәге ҡатыҡ араһынан Берәү эҙләй көмөш бер тәңкә...   Ҡул көрәше бара был урында... Көйәнтәләп һыу ташый ҡыҙҙар... Осрашалар-күрешәләр дуҫтар – Һәр кемдә лә изге ниәт-уйҙар...   Ялан аяҡ берәү эй, үрмәләй Бейек икән ҡолға түбәһе! Бүләктәре менән ымһындыра Түрҙә торған оҙон һөбәһе...   Һатыу-кәсеп ҡыҙған киң майҙанда Йәнең теләгәне бар бында. Ҡоймаҡ, ҡыҫтыбыйын бешерәләр, Самауырҙар йырлай табында...   Ялан батырҙарын хөрмәтләйҙәр, Йыр-моңдар ҙа улар хаҡына! Баҫыуҙарҙа сәсеүҙе тамамлап, Байрам бүләк итте халҡына.   ...Мул уңыштар бирһен баҫыу-ҡырҙар Ҡеүәт алып ерем ҡуй(ы)нынан. Изге ямғыр теләп бер Хоҙайҙан Ҡайтып киләм һабантуйынан...

Бөгөн... ҺАБАНТУЙ (Минира БИКӘНӘСОВА).
Бөгөн... ҺАБАНТУЙ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Һабантуйҙар мәле етте бына

Башҡортомдоң данлы йолаһы!

Халыҡ гөжләй  күс айырған ҡорттай,

Әллә ҡайҙан күр(е)нә ҡолғаһы...

 

Теҙелгәндәр башҡорт тирмәләре,

Моң түгелә гармун, ҡурайҙан,

Уйын-көлкө, бәйге, ярыш ҡыҙа,

Майҙан тота аттар туғайҙа...

 

Келәмдәрҙә бил һынаша ирҙәр,

Батырҙарға әҙер ҡуй-тәкә!

Көршәктәге ҡатыҡ араһынан

Берәү эҙләй көмөш бер тәңкә...

 

Ҡул көрәше бара был урында...

Көйәнтәләп һыу ташый ҡыҙҙар...

Осрашалар-күрешәләр дуҫтар –

Һәр кемдә лә изге ниәт-уйҙар...

 

Ялан аяҡ берәү эй, үрмәләй

Бейек икән ҡолға түбәһе!

Бүләктәре менән ымһындыра

Түрҙә торған оҙон һөбәһе...

 

Һатыу-кәсеп ҡыҙған киң майҙанда

Йәнең теләгәне бар бында.

Ҡоймаҡ, ҡыҫтыбыйын бешерәләр,

Самауырҙар йырлай табында...

 

Ялан батырҙарын хөрмәтләйҙәр,

Йыр-моңдар ҙа улар хаҡына!

Баҫыуҙарҙа сәсеүҙе тамамлап,

Байрам бүләк итте халҡына.

 

...Мул уңыштар бирһен баҫыу-ҡырҙар

Ҡеүәт алып ерем ҡуй(ы)нынан.

Изге ямғыр теләп бер Хоҙайҙан

Ҡайтып киләм һабантуйынан...

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: