Рух
+7 °С
Облачно
Илһам
6 Мая 2022, 04:42

ТАУҘАРҒА ТАБЫНҺАМ ДА МИН...

(Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА) Тауҙарға табынһам да мин, Тауҙарға абынманым. Белеп йәшәйем, тормошта Тауҙай ауырлыҡ барын.   Мин тауҙарға һоҡланам да, Шикләнеп ҡуям бер аҙ. Упҡын ситендә һикәлтә – Ышанып баҫҡан ҡыраз.   Тауҙарға ынтылыш көслө, Ут-ялҡын бөрккәндә лә, Йәшәү йәменә кинәнә Ҡаршылыҡ еңһә бәндә.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТАУҘАРҒА ТАБЫНҺАМ ДА МИН...ТАУҘАРҒА ТАБЫНҺАМ ДА МИН...
ТАУҘАРҒА ТАБЫНҺАМ ДА МИН...

(Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА)

Тауҙарға табынһам да мин,

Тауҙарға абынманым.

Белеп йәшәйем, тормошта

Тауҙай ауырлыҡ барын.

 

Мин тауҙарға һоҡланам да,

Шикләнеп ҡуям бер аҙ.

Упҡын ситендә һикәлтә –

Ышанып баҫҡан ҡыраз.

 

Тауҙарға ынтылыш көслө,

Ут-ялҡын бөрккәндә лә,

Йәшәү йәменә кинәнә

Ҡаршылыҡ еңһә бәндә.

Автор:
Читайте нас