Рух
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Апрель 2022, 12:49

ҮТӘЙМУЛЛАЛА РУХЛЫ КИСӘ ОЙОШТОРОЛДО

Үткән аҙнала Үтәймулла ауылы китапханаһында "Күңелдәрҙе нурландыра китап " тип аталған әҙәби - музыкаль кисә үтте.

ҮТӘЙМУЛЛАЛА РУХЛЫ КИСӘ ОЙОШТОРОЛДО
ҮТӘЙМУЛЛАЛА РУХЛЫ КИСӘ ОЙОШТОРОЛДО

Үткән аҙнала Үтәймулла ауылы китапханаһында "Күңелдәрҙе нурландыра китап " тип аталған әҙәби - музыкаль кисә үтте. "Китап - белем шишмәһе " һәм "Тере шишмәләр " исемле китап күргәҙмәләре лә ойошторолдо.

Кисәлә ошо ауылдан сыҡҡан билдәле шағирә Әлфиә Әсәҙуллина һәм тарих менән ҡыҙыҡһынып, уны киләсәк быуындарға тапшырыусы аҡһаҡал Тимербәк Ғәлимов менән осрашыу ойошторолдо.


Әлфиә Нәжип ҡыҙы балалар әҙәбиәтенең бөгөнгө торошо, "Китап "нәшриәтендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан яңы китаптар, йәш авторҙар менән таныштырҙы. Әлбиттә, үҙенең шиғырҙарын уҡып, тамашасыларрҙы һөйөндөрҙө.

  • Китап уҡыған кешенең күңеле бай,таҙа ихтирамлы,кешелекле була. Матур әҙәбиәт телһөйәрлек,илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй. Балалар,һеҙ ҙә китап уҡығыҙ,яратығыҙ.Китап уҡығандарзын рухы ныҡлы,уй- фекер йөрөтөү һәләте юғары, киң ҡарашлы була ",- тине шағирә.

Кисәлә ҡатнашҡан балалар Әлфиә Нәжип ҡыҙының ижадын яҡшы белеүҙәре менән шатландырҙы, уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр йырсылары Роза Аҙнабаева, Фәниә Моратова һәм Гөлназ Әсәҙуллина үҙҙәренең моңло йырҙарын бүләк итте.


Әҙәби сараның икенсе өлөшөндә хаҡлы ялдағы уҡытыусы Тимербәк Йәғәфәр улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары Мөхәмәтулла Ғиззәтуллин тураһындағы китабы менән таныштырҙы.

. "Фашист тоткононда" тип аталған китапта Ғиззәтуллиндың фронт юлы, әсир булып төшөүе, Миллерово фашист лагерында күргән михнәттәре тураһындағы көндәлегенән иҫтәлектәр урын алған. Тимербәк Ғәлимов был яҙмаларҙы башҡорт һәм урыҫ телдәрендә әҙерләп, уны ике телдә лә баҫтырыу өсөн күп көс һәм ваҡытын түгә. Киәсәлә ул ошо китаптың нисек донъя күреүе тураһында һөйләне һәм эстәлеге менән ҡыҫҡаса  таныштырҙы. Китапты сығарыуҙа ярҙам күрһәткән кешеләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Кисә һуңында Әлфиә Әсәҙуллина менән Тимербәк Ғәлимов автографтарын яҙып, тамашасыларға китаптар бүләк итте.
Был күркәм, һәм йөкмәткеле сара күңелдәрҙе рухландырғандыр, уйландырғандыр. Балалар ҙа тарихыбыҙҙың биттәрен тағы бер асып, үҙҙәренә фәһем алды.

(Үтәймулла ауыл китапханаһы сайты мәғлүмәттәре лә файҙҙаланылды).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: