Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
1 Апрель 2022, 10:18

1 АПРЕЛЬ - КӨЛКӨ КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР!

Ике бала ишек алдында туп тибә. Шунан берәүһе икенсеһенән: - Ҡара әле, өйөгөҙҙә ниндәй сыр-сыу ул? - Эй, олатайым атайыма минең өйгә эште нисек эшләргә икәнен аңлата. * * * Турагентлыҡҡа звонок: – Һеҙ Египетҡа путевка һатаһығыҙмы? – Һатабыҙ. – Унда ниндәй ял йорттарын тәҡдим итер инегеҙ? – Хургада, Шарм–әш–Шәйех, Таба, Нувейба... – Рәхмәт, бына, Нувейба беҙгә бара! – Һеҙ унда ҡасаныраҡ барырға йыйынаһығыҙ? – Бармайбыҙ, беҙ бында кроссворд сисәбеҙ... * * * Һорау үҙе тәҡдимде тыуҙыра, тиеүҙәре ялған! Илебеҙҙә бушлай интернетҡа шундай ҙур мохтажлыҡ, ә ул барыбер юҡ... * * * Бабай – малайға: – Һин велосипедта йөрөй беләһеңме? – Юҡ. – Улайһа, минең велосипедты ҡарап тор әле, мин кибеткә кереп сығам... * * * – Самат, тиҙ генә әйт: һигеҙ бишең нисә була? – Ҡырҡ биш, Әнисә апай. – Дөрөҫ түгел. Ултыр, “икеле”! – Һуң һеҙ, апай, тиҙ генә әйтергә ҡуштығыҙ ҙаһа, ә дөрөҫөн түгел... * * * – Кисә юлдан бер даға табып алдым! Беләһеңме, был нимәне аңлата? – Беләм: ҡайҙалыр бер ат дағаһыҙ тәпәйләй. * * * Ике әхирәт талаша: – Нишләп һин барыһына ла мине иҫәр тип әйтеп бөткәнһең?! – Ғәфү ит, мин һинең быны йәшереп йөрөгәнеңде белмәнем бит…

1 АПРЕЛЬ - КӨЛКӨ КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР!
1 АПРЕЛЬ - КӨЛКӨ КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР!
Ике бала ишек алдында туп тибә. Шунан берәүһе икенсеһенән:
- Ҡара әле, өйөгөҙҙә ниндәй сыр-сыу ул?
- Эй, олатайым атайыма минең өйгә эште нисек эшләргә икәнен аңлата.
* * *
Турагентлыҡҡа звонок:
– Һеҙ Египетҡа путевка һатаһығыҙмы?
– Һатабыҙ.
– Унда ниндәй ял йорттарын тәҡдим итер инегеҙ?
– Хургада, Шарм–әш–Шәйех, Таба, Нувейба...
– Рәхмәт, бына, Нувейба беҙгә бара!
– Һеҙ унда ҡасаныраҡ барырға йыйынаһығыҙ?
– Бармайбыҙ, беҙ бында кроссворд сисәбеҙ...
* * *
Һорау үҙе тәҡдимде тыуҙыра, тиеүҙәре ялған! Илебеҙҙә бушлай интернетҡа шундай ҙур мохтажлыҡ, ә ул барыбер юҡ...
* * *
Бабай – малайға:
– Һин велосипедта йөрөй беләһеңме?
– Юҡ.
– Улайһа, минең велосипедты ҡарап тор әле, мин кибеткә кереп сығам...
* * *
– Самат, тиҙ генә әйт: һигеҙ бишең нисә була?
– Ҡырҡ биш, Әнисә апай.
– Дөрөҫ түгел. Ултыр, “икеле”!
– Һуң һеҙ, апай, тиҙ генә әйтергә ҡуштығыҙ ҙаһа, ә дөрөҫөн түгел...
* * *
– Кисә юлдан бер даға табып алдым! Беләһеңме, был нимәне аңлата?
– Беләм: ҡайҙалыр бер ат дағаһыҙ тәпәйләй.
* * *
Ике әхирәт талаша:
– Нишләп һин барыһына ла мине иҫәр тип әйтеп бөткәнһең?!
– Ғәфү ит, мин һинең быны йәшереп йөрөгәнеңде белмәнем бит…
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: