Рух
+11 °С
Ясно
Илһам
30 Марта 2022, 06:09

ЗӘҢГӘР КИҢЛЕКТӘР (Рәшит НАЗАРОВ)

Тыуған ерем! Зәңгәр киңлектәргә Мин ашҡындым бала сағымдан. Шул киңлектәр аша мин ҡарармын Алыҫтарҙа һине һағынһам.   Ебәк монар аша туғайҙарым Яулыҡ болғап торор кеүектәр. Сығарыр мине, ҡоштай талпындырып, Тыуған яҡҡа зәңгәр киңлектәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЗӘҢГӘР КИҢЛЕКТӘР (Рәшит НАЗАРОВ)ЗӘҢГӘР КИҢЛЕКТӘР (Рәшит НАЗАРОВ)
ЗӘҢГӘР КИҢЛЕКТӘР (Рәшит НАЗАРОВ)

Тыуған ерем! Зәңгәр киңлектәргә

Мин ашҡындым бала сағымдан.

Шул киңлектәр аша мин ҡарармын

Алыҫтарҙа һине һағынһам.

 

Ебәк монар аша туғайҙарым

Яулыҡ болғап торор кеүектәр.

Сығарыр мине, ҡоштай талпындырып,

Тыуған яҡҡа зәңгәр киңлектәр.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас