-28 °С
Ясна
ЯҘҒЫ ХИСЕМ
(Рәшит НАЗАРОВ)
Тағы ла яҙ килде. Минең яҙым!
Шаҡыманы, инде атлығып,
Хужа булып инде йөрәгемә
Яңы яҙҙың яңы шатлығы.
Күтәр ҙә ос мине, яҙғы дәртем,
Болондарға, ҡырҙар иңенә.
Шытҡан орлоҡтарҙың өнөн тыңлап,
Унда йөрөй яҙғы ел генә.
Буран ни ул боҙға, һалҡын боҙға!
Ә һыу – һиҙә япраҡ төшһә лә.
Яҙғы хисем минең, яҙғы һыуҙай,
Тирбәлә лә һаман тирбәлә...