Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Март 2022, 11:37

Беҙҙең хәл (Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА).

Беҙ, кешеләр, ниндәй бәхетлебеҙ Атлап йөрөгәнгә был ерҙә. Ҡояш ҡалҡыуҙарын күргән өсөн, Сыланһаҡ та ҡойма ямғырҙа.   Осрашыуҙар, күрешеүҙәр менән Ҡул йылыһын тойоп устарҙа. Ниндәй бәхетлебеҙ, һөйләшәбеҙ Күңелдәрҙе асып дуҫтарға.   Күҙҙәр күҙҙә таянысын таба, Аңлашыуҙар аңды иркәләй. Беҙҙең өсөн генә шәфәҡ һүнә, Беҙҙең өсөн тыуа иртәләр.   Ерҙә йәшәүҙәрҙең һәр миҙгеле, Ҡәҙерҙәрен белһәң, ожмахтыр, Беҙ, бәндәләр, гүзәл тыуған ерҙә Үҙебеҙ хужа, үҙебеҙ ҡунаҡтыр.

Беҙҙең хәл (Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА).
Беҙҙең хәл (Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА).

Беҙ, кешеләр, ниндәй бәхетлебеҙ

Атлап йөрөгәнгә был ерҙә.

Ҡояш ҡалҡыуҙарын күргән өсөн,

Сыланһаҡ та ҡойма ямғырҙа.

 

Осрашыуҙар, күрешеүҙәр менән

Ҡул йылыһын тойоп устарҙа.

Ниндәй бәхетлебеҙ, һөйләшәбеҙ

Күңелдәрҙе асып дуҫтарға.

 

Күҙҙәр күҙҙә таянысын таба,

Аңлашыуҙар аңды иркәләй.

Беҙҙең өсөн генә шәфәҡ һүнә,

Беҙҙең өсөн тыуа иртәләр.

 

Ерҙә йәшәүҙәрҙең һәр миҙгеле,

Ҡәҙерҙәрен белһәң, ожмахтыр,

Беҙ, бәндәләр, гүзәл тыуған ерҙә

Үҙебеҙ хужа, үҙебеҙ ҡунаҡтыр.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: