Рух
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Март 2022, 13:07

ЯҘҒЫ ХИСЕМ (Рәшит НАЗАРОВ).

Тағы ла яҙ килде. Минең яҙым! Шаҡыманы, инде атлығып, Хужа булып инде йөрәгемә Яңы яҙҙың яңы шатлығы.   Күтәр ҙә ос мине, яҙғы дәртем, Болондарға, ҡырҙар иңенә. Шытҡан орлоҡтарҙың өңөн тыңлап, Унда йөрөй яҙғы ел генә.   Буран ни ул боҙға, һалҡын боҙға! Ә һыу – һиҙә япраҡ төшһә лә. Яҙғы хисем минең, яҙғы һыуҙай, Тирбәлә лә һаман тирбәлә...

ЯҘҒЫ ХИСЕМ (Рәшит НАЗАРОВ).
ЯҘҒЫ ХИСЕМ (Рәшит НАЗАРОВ).

Тағы ла яҙ килде. Минең яҙым!

Шаҡыманы, инде атлығып,

Хужа булып инде йөрәгемә

Яңы яҙҙың яңы шатлығы.

 

Күтәр ҙә ос мине, яҙғы дәртем,

Болондарға, ҡырҙар иңенә.

Шытҡан орлоҡтарҙың өңөн тыңлап,

Унда йөрөй яҙғы ел генә.

 

Буран ни ул боҙға, һалҡын боҙға!

Ә һыу – һиҙә япраҡ төшһә лә.

Яҙғы хисем минең, яҙғы һыуҙай,

Тирбәлә лә һаман тирбәлә...

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: