Рух
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
28 Февраль 2022, 10:18

ҠЫШТЫҢ ҺУҢҒЫ КӨНӨ

Онотолмаҫ булыр был ҡыш айы, Хәтеремдә ҡалыр уйылып...

ҠЫШТЫҢ ҺУҢҒЫ КӨНӨ
ҠЫШТЫҢ ҺУҢҒЫ КӨНӨ

Онотолмаҫ булыр был ҡыш айы,
Хәтеремдә ҡалыр уйылып...
...Урап-урап яуған ҡалын ҡарҙар
Яҙҙар менән ағыр йыуылып.

Тик хәтерҙә ҡалыр әсе елдәр,
Өйөрмәле ҡарлы бурандар,
Ҡатлап-ҡатлап ер өҫтөнә ятҡан
Ҡалын-ҡалын мамыҡ юрғандар.

Минең айым! Ул бит был донъяға
Мине бүләк иткән ай бит ул!
Һалҡындарға, ыжғыр бурандарға
Көтөлмәгән хәлгә бай бит ул!

...Онотолмаҫ инде был ҡарлы ай,
Ҡыштың һуңғы көнө... Яҙ килә!
Бирешмәгән кеүек күренһә лә,
Ҡыштың йәше ергә эркелә...
28.02.2017.
Фирүзә Абдуллина.

Автор:
Читайте нас: