Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
27 Февраль 2022, 14:01

КҮРШЕЛӘР МӨХӘББӘТЕ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Гөлиә менән Фәнил – күршеләр. Мәктәптә лә бер класта, бер партала ултырып уҡынылар. Уларҙың хатта тыуған көндәре лә бер-бер артлы. Туғандары ла, класташтары, дуҫтары ла гел бергә уйнауҙарына, кластан тыш сараларға икәүләшеп килеп ҡайтыуҙарына күнегеп бөткән...

КҮРШЕЛӘР МӨХӘББӘТЕ  (Минира БИКӘНӘСОВА).
КҮРШЕЛӘР МӨХӘББӘТЕ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Гөлиә менән Фәнил – күршеләр. Мәктәптә лә бер класта, бер партала ултырып уҡынылар. Уларҙың хатта тыуған көндәре лә бер-бер артлы. Туғандары ла, класташтары, дуҫтары ла гел бергә уйнауҙарына, кластан тыш сараларға икәүләшеп килеп ҡайтыуҙарына күнегеп бөткән.

Үҫмер саҡ... Тәүге мөхәббәт хистәрен татыу... Фәнил ятһа ла, торһа ла Гөлиә хаҡында ғына уйлай, мәктәптә дәрес тыңлайһы урынға хыял диңгеҙендә, тәүге һөйөү тулҡындарында гиҙә. Эх, ул да мине шулай яратһын ине, тип уйлай. Ҡыҙға ҡарап һоҡлана: оҙон толомдарын елгә тағатып ебәрһә – һыуһылыу тейәрһең! Шул сәстәргә бер генә ҡағылһаң ине...

Мәктәп, балалыҡ йылдары һиҙелмәй генә үтеп тә киткән! Бөгөн имтихандар тамамланды, Гөлиәнең тыуған көнө лә. Фәнил баҡсаға кереп ләлә сәскәләрен өҙҙө, ә кис етеү менән ҡыҙҙың ишек алдында йөрөгән сағын тура килтереп:

– Тыуған көнөң менән ҡотлайым! Тормошоң гел шатлыҡтарҙан торһон! – тине.

Гөлиә рәхмәт әйтеп гөлләмәне алды ла, йылмайып:

– Минең ләлә сәскәләрен яратҡанды ҡайҙан белдең? – тип һораны.

Йәйге төн сихри бер илаһилыҡҡа сумған мәлдә егет бөтә батырлығын еңеп, ҡыҙға:

– Һин миңә шундай оҡшайһың, – тине.

 – Кит, әллә нимәләр һөйләмә, беҙ бит күршеләр генә. Бына ҡалаға барғас, институтта мин үҙемдең буласаҡ тормош иптәшемде осратасаҡмын, – тине. – Һине лә туйыма саҡырырмын, – тип өҫтәне.

Фәнил һөйөү уттарында янды, ошо һөйләшеүҙән һуң Гөлиәгә үҙенең хистәрен башҡаса белдермәне. Ысынлап та, Гөлиә ҙур матур мөхәббәткә лайыҡ, аҡыллы, сибәр ҡыҙ бит ул! Оҙон толомло, ҡара ҡашлы, зәңгәр күҙле...

Гөлиә юғары уҡыу йортона инеп, уҡый башлаған мәлдә Фәнил әрме сафына алынды. Ҡыҙ уны оҙатырға ҡайта ла алманы.

– Уҡыуҙар бик ауыр, өлгөрә алмайым. Ауылға ҡайтып әйләнгәнсе 2-3 көн үтәсәк, – тине ул хатында. Институт тормошо, тиҫтерҙәре хаҡында хаттар яҙғылап торҙо Гөлиә. Фәнил дә мөхәббәт хаттары яҙманы, хеҙмәтенең яҡшы барыуын белгертеп, күберәк ауыл яңылыҡтарын һорашты. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас иҫ китерлек яңылыҡ ишетте: баҡтиһәң, Гөлиәһе кейәүгә сыҡҡан, уҡыуын ташлап сит өлкәгә күсеп киткәндәр икән!

Фәнилгә ауылда моңһоу: ишек алдына сыҡһа ла, өйгә керһә лә күҙе гел Гөлиә йәшәгән күрше йортта. Эх, һөйөүен ниңә аңлата алманы, ниңә мәңгелек мөхәббәтен шулай юғалтты? Бер кемгә лә күтәрелеп ҡараманы, кистәрен клубта дуҫ егеттәре менән генә аралашты, һүҙ ҡушҡан, күҙ атҡан ҡыҙҙарға иғтибар бирмәне.

– Мин эшкә китәм, ауылда күңелһеҙ, тик ятып ялҡтым, – тине ул ата-әсәһенә. – Бәлки, Себер яҡтарына барырмын, унда бергә хеҙмәт иткән иптәштәрем урынлашып бөткән.

Уңышлы ғына эш табып, ситтән тороп юғары уҡыу йортона инеп, Фәнил тормошон көйләп ебәрҙе. Яратмаһа ла, йәш саҡтар үтеп бара тип, бер ҡыҙға өйләнде, тик Хоҙай уларға бала бирмәне. Йыл һайын, йәйге отпускыға ауылға ҡайтып әйләнделәр. Тик шул мәлдәрҙә генә үҙ асылына ҡайтып, «ысын» Фәнил-гә әйләнде: йөрәге ашҡынып тибә, күҙҙәре Гөлиәләр йортонда. Китер ваҡыт етһә, күңеле ошонда ҡала, аҡыл ҡушһа ла, күңел үҙенсә йәшәй шул.

Ә Гөлиә...кейәүгә сығып бер-нисә ай йәшәгәс тә, ныҡ яңылышҡанын белде: ирен бөтөнләй яратмай икән ул! Күпме генә үҙен бәхетле итеп тойорға тырышһа ла, килеп сыҡманы: йөрәге ҡабул итмәне ирен. Йәшәй торғас бөтөнләй күралмау сигенә барып етте: уның атлап йөрөүе, һөйләшеүе, хатта өҫтәл артында ашауы ла оҡшамай, һарыуын ҡайнатты.

Күңеле менән гел ирен Фәнил менән сағыштырыр булып китте. Был осраҡта ире урынында Фәнил былай итер ине, ә теге осраҡта ул шулай тип әйтер ине, тип һығымта яһаны.

Ире, әллә ҡатынының ошо хәлен һиҙеп, эскегә һалышты. Гөлиәнең уйҙарында Фәнил генә! Күрше егетте ысынлап яратҡанын, унһыҙ йәшәй алмағанын һуңлап, кейәүгә сығып ситкә киткәс аңланы ул. Эх, йәш саҡ – йүләр саҡ! Бәхетте ситтән эҙләгән, ә ул күршеһендә генә ине! Хәҙер үкенергә һуң инде...

 Заманалар үҙгәреп, яңы технологиялар барлыҡҡа килгәс, элекке әхирәттәре менән социаль селтәрҙәрҙә аралашып, Фәнилдең өйләнгәнен, юғары вазифа биләп, эшләп йөрөгәнен белде, уның уңыштарына шатланды. Иренән айырылып, балаһы менән икенсе ҡалаға күсеп китте Гөлиә.

Тормошта көсләп бәхетле булып булмай икәнен аңланы Фәнил. Һүҙ юҡ, ҡатыны аш-һыуға оҫта, уңған хужабикә лә бит, күңел тигәнең бөтөнләй башҡала шул.

– Ғәфү ит, мин икенсене яратам, дөрөҫөрәге – ғүмер буйы яраттым..., – тине ул ҡатынына берҙән-бер көн.  – Айырылышайыҡ, мин былай йәшәй алмайым, һиңә бер үпкәм дә юҡ, тик күпме генә тырышһам да ярата алманым, зинһар, дөрөҫ аңла...

Ҡатыны Фәнилде тыныс ҡына тыңланы ла:

– Мин күптән һиҙә инем уйҙарыңдың башҡала икәнен, үҙеңдән ишеткем килде был турала, – тине. – Тик ғәфү үтенмә, яратмаған өсөн хөкөм юҡ тиҙәр бит.

Фәнилгә оят ине, ҡатынын бәхетһеҙ итте, ниңә әле, күпме йылдар үткәс, тормошон ҡырҡа үҙгәртергә булды? Ана, күпме кеше мөхәббәтһеҙ ҙә йәшәй, кемдәрҙер өйрәнелгән ҡанундар буйынса, икенселәре эт менән бесәй рәүешле булһа ла ғүмер йылдарын бергә үтә.

Ҡатыны менән айырылышҡас, уның алдында үҙен ғәйепле һанап оҙаҡ йөрөнө Фәнил, әленән-әле хәлен белешеп шылтыратып торҙо.

– Бүтән шылтыратма, мин кейәүгә сығам, һиңә лә бәхет теләйем, – тине ул элекке иренә.

Фәнил башы менән эшкә сумды: иртәнән-кискә хәтлем, бөтмәҫ командировкалар, эш сәфәрҙәре уның бөтә ваҡытын алды. Ал-ял белмәгән, өлгөр етәксе ролендә үтте тормошо. Тик көтөлмәгән ваҡиға уның яҙмышын хәл итте.

Иртән эшкә барһа, секретарь ҡыҙ:

– Фәнил Вәкилевич, һеҙҙең исемгә электрон почтала хат бар, класташтар менән осрашыу кисәһенә саҡыралар, – тип хәбәр еткерҙе.

Бәй, эш, тормош мәшәҡәттәре менән булып бөтөнләй онотоп ебәргән икән – мәктәпте тамамлағанға 25 йыл да булып киткән! Вәт, ғүмер тигәндәрең!

Фәнилдең йөрәген әйтеп бөтөргөһөҙ татлы хистәр, өмөт биләп алды: Гөлиәһен күрәсәк, уның менән күңеле булғансы һөйләшеп ултырасаҡ бит ! Ул осрашыуға ҡанаты еткән ҡоштай талпынып ҡайтты.

Мәктәп эсе күңелле ауаздарға тулған: осрашыпкүрешеүҙәр, күҙ йәштәре... Фәнил ләлә сәскәләренән ҙур гөлләмә тотоп килеп инде: бөгөн бит Гөлиәнең тыуған көнө лә! Ана, зәңгәрһыу күлдәктә, тыйнаҡ ҡына йылмайып баҫып тора. Күҙҙәре кемделер эҙләй, көтә төҫлө.

– Гөлиә!

 – Фәнил!

Улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән бер-береһенең ҡосағына ташланды. Ысын һөйөүҙе иҫбатлау өсөн ҡайһы ваҡыт тотош бер ғүмер үтеү кәрәк икәнен аңланы Фәнил менән Гөлиә. Әле генә шаулап торған мәктәп залы ысын мөхәббәткә шаһит булып тып-тын ҡалды...

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: