Рух
+9 °С
Облачно
Илһам
21 Февраля 2022, 09:52

ТУҒАН ТЕЛ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Рәхмәтлемен атай-әсәйемә Өйрәткәнгә туған телемде...

Добавить в предпочтительные источники Google
ТУҒАН ТЕЛ (Минира БИКӘНӘСОВА).ТУҒАН ТЕЛ (Минира БИКӘНӘСОВА).
ТУҒАН ТЕЛ (Минира БИКӘНӘСОВА).

Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.

Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!

Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.

Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас