Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Февраль 2022, 08:41

ФЕВРАЛЬ. БУРАН.

Февраль – Рәми айы, донъяға бөйөк шағирҙы бүләк иткән ай. Рәми Йәғәфәр улы бынан 90 йыл элек 12 февралдә тыуа. Һәм нәҡ февраль айында – 1977-се йылдың 20 февралендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ә вафатынан бер көн алда ғына “Февраль.Буран.” шиғырын яҙа.   ...Ышанмағыҙ февраль буранына. Бер яуыз уй юҡтыр уйында... Күпме генә шашып дуламаһын, Яҙ һылыуы уның ҡуйынында. Был донъяла булыр барыһы ла, Һинең менән бары мин булмам. Бына ниндәй үкенестәр бар бит − Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам... Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам... (19 февраль, 1977 йыл).

ФЕВРАЛЬ. БУРАН.
ФЕВРАЛЬ. БУРАН.

Февраль – Рәми айы, донъяға бөйөк шағирҙы бүләк иткән ай. Рәми Йәғәфәр улы бынан 90 йыл элек 12 февралдә тыуа. Һәм нәҡ февраль айында – 1977-се йылдың 20 февралендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ә вафатынан бер көн алда ғына “Февраль.Буран.” шиғырын яҙа.

 


...Ышанмағыҙ февраль буранына.

Бер яуыз уй юҡтыр уйында...

Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.
Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...
(19 февраль, 1977 йыл).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: