+24 °С
Болотло
(Азат АҠБУЛАТОВ).
Һағыш тулы моңло күҙҙәреңдән
Тамсы-тамсы йәштәр ағыла.
Күкрәгемә тамған ошо йәштәр
Йөрәгемде өтөп яндыра.
Ҡара болоттарҙы ҡыуа-ҡыуа,
Аҡ ҡайындар елдә бәүелә,
Ҡояш сығып, оҙаҡ йылмайманы,
Болот йөҙөн ҡаплап йәш түгә...
Әйҙә, иркәм, ҡулға-ҡул тотоноп,
Шомло болоттарҙы ҡыуайыҡ,
Наҙлы ҡояш нурын усҡа йыйып,
Күҙ йәштәрең һөртөп алайыҡ.
Усман ауылы.