Үткән 2021 йыл Минира Винер ҡыҙы өсөн уңышлы булды, әҙәби бәйгеләрҙә лә ихлас ҡатнашты
Төрөмбәт ауылында йәшәп ижад итеүсе Минира Винер ҡыҙы шиғырҙарҙы ла, хикәйәләрҙе лә берҙәй оҫталыҡ менән, жанрҙарҙың нескәлектәрен белеп яҙа. Әҫәрҙәре уҡымлы, фәһемле, тормошсан.
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында Үтәгәновтар ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән ижадға ғашиҡ. Өсөнсө класта “Башҡортостан пионеры”нда беренсе мәҡәләһе баҫыла. Йыш ҡына яҙышып тора, ҡәләме ослана бара. 6-сы класта “Йәш хәбәрсе” исеме бирелә.
Әлеге көндә ул химия, биология уҡытыусыһы. Ижадты ташламай, әленән-әле “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Аманат”, “Шоңҡар” журналдарында, район баҫмаларында шиғыр-хикәйәләре донъя күрә.
2017 йылда ул “Күңел моңо” тигән шиғырҙар йыйынтығын ҡулына алып шатланды. Ә үткән 2021 йылда "Доға ҡөҙрәте" китабын әҙерләп баҫтырыуға бирҙе. Ул китап сыҡҡас, уның Исем туйын үткәрҙе.
Сентябрь айында "Проба пера" республика әҙәби конкурсына “Доға ҡөҙрәте” һәм “Барыҫ” тигән ике хикәйәһен ебәрҙе. Бында ла уңыш йылмайҙы: ул 2-се урынға лайыҡ булды.Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала бүләкләү татанаһында ҡатнашты.
“Аманат” балалар һәм үҫмерҙәр журналында “Аҙашҡан туңдырма” һәм “Әсәйҙәрегеҙҙе ял иттерегеҙ!” хикәйәләре баҫылып сыҡты. Һәм ошо әҫәрҙәре менән журналдың 2021 йылдың М.Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Бынан тыш, ул әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй, төрлө яҡлап баҫмаларға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. “Башҡорт теле байрамы уңайынан яҙыусыбыҙ Минира Винер ҡыҙы үҙенең "Доға ҡөҙрәте" исемле хикәйәләр китабын иң өлкән китап уҡыусыға бүләккә алып килде. Һәм беҙ уны хаҡлы ялдағы ветераныбыҙ, оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер - акушер булып эшләгән, Александра Николаевнаға тапшырырға булдыҡ. 86 йәштәге Шура апай башҡорт һәм рус телендә китаптарҙы рәхәтләнеп уҡый”, - тип яҙып сыҡтылар Төрөмбәт ауылы китапханаһы төркөмөндә. Шулай уҡ М. Бикәнәсова "Йәншишмә" гәзитенә лә яҙылып бүләк яһай.
Минира Винер ҡыҙына алдағы йылдарҙа тағы ла ҙурыраҡ уңыштар юлдаш булһын, уның яңы ижад емештәрен күреп һөйөнөргә яҙһын! Ғаилә именлеге, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр бәхетен күреп, уларҙың ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәргә насип булһын!