+25 °С
Болотло
(Минира БИКӘНӘСОВА).
Ҡыштың бер шаян сағы ул
Ел-дауыллы бураны,
Урмандарҙы, яландарҙы
Үҙ моңона сорнаны.
Ап-аҡ ҡарҙарҙы осортоп,
Сабый кеүек уйнаны,
Тып-тын торған ағастарҙы
Бейетергә уйланы...
Тирә-яҡҡа яңғыратып,
Төрлө йырҙар йырланы,
Тик үҙенсә бурандар ҙа
Яраталыр донъяны!