Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Декабрь 2021, 10:57

ДҮРТ ҺЫЛЫУ

Ер тирәләп дүрт һылыу Әйлән-бәйлән уйнайҙар. Диңгеҙҙәрҙе кисәләр, Ҡыр-урманды буйлайҙар. Ап-аҡ йөҙлө берәүһе Ынйы көмөш башлыҡлы, Байлыҡ тулы ҡапсыҡлы Һәм бик оло ҡашыҡлы. Уның һәр бер һулышы Ерҙең өҫтөн бәҫәртә. Кешеләрҙең йөҙҙәрен Алландыра, йәшәртә. Ҡапсығын сисеп ҡуйһа, Бурандар бурай башлай. Ыҙғыр елдәр ҡарҙарҙы Ҡырҙарға илтеп ташлай. Шул һылыу баҫҡан ерҙә Сатлама һыуыҡ була. “Ҡыш килде! Ҡыш килде!” – тип, Балалар сана шыуа. (Рәшит НАЗАРОВ).

ДҮРТ ҺЫЛЫУ
ДҮРТ ҺЫЛЫУ

Ер тирәләп дүрт һылыу

Әйлән-бәйлән уйнайҙар.

Диңгеҙҙәрҙе кисәләр,

Ҡыр-урманды буйлайҙар.

 

Ап-аҡ йөҙлө берәүһе

Ынйы көмөш башлыҡлы,

Байлыҡ тулы ҡапсыҡлы

Һәм бик оло ҡашыҡлы.

 

Уның һәр бер һулышы

Ерҙең өҫтөн бәҫәртә.

Кешеләрҙең йөҙҙәрен

Алландыра, йәшәртә.

 

Ҡапсығын сисеп ҡуйһа,

Бурандар бурай башлай.

Ыҙғыр елдәр ҡарҙарҙы

Ҡырҙарға илтеп ташлай.

 

Шул һылыу баҫҡан ерҙә

Сатлама һыуыҡ була.

“Ҡыш килде! Ҡыш килде!” – тип,

Балалар сана шыуа.

 

(Рәшит НАЗАРОВ).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: