Рух
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
1 Декабрь 2021, 21:46

Көрәш майҙаны

(Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА). Тәбиғәттә ҡырҡа һынылыштар, Билдән аймап көстәр һынашып, Үҙ хоҡуғын даулай һәр бер миҙгел, Еңеп сыға көскә, айҡашып.   Күҙ алдында бына көҙ менән ҡыш Айбарланып матҡып яғанан, Уҫмаҡлаша, йә ҡар, ямғыр яуа, Елдәр иҫә тиреҫ яғынан.   Тәбиғәттең үҙенең хәле бөткән Ошо күренештән айбанып. Һабан туйы, гүйә, бәйге бара – Бар тирә-йүн – көрәш майҙаны.   Ҡалдырғыһы килмәй ҡырталаша Һыйға тулы табын түрҙәрен: Лыс һыуланған таҫтамалын һығып, Көҙ һыпыра маңлай тирҙәрен.

Көрәш майҙаны
Көрәш майҙаны

(Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА).

Тәбиғәттә ҡырҡа һынылыштар,

Билдән аймап көстәр һынашып,

Үҙ хоҡуғын даулай һәр бер миҙгел,

Еңеп сыға көскә, айҡашып.

 

Күҙ алдында бына көҙ менән ҡыш

Айбарланып матҡып яғанан,

Уҫмаҡлаша, йә ҡар, ямғыр яуа,

Елдәр иҫә тиреҫ яғынан.

 

Тәбиғәттең үҙенең хәле бөткән

Ошо күренештән айбанып.

Һабан туйы, гүйә, бәйге бара –

Бар тирә-йүн – көрәш майҙаны.

 

Ҡалдырғыһы килмәй ҡырталаша

Һыйға тулы табын түрҙәрен:

Лыс һыуланған таҫтамалын һығып,

Көҙ һыпыра маңлай тирҙәрен.

Автор:
Читайте нас в