-5 °С
Болотло
Рәшит НАЗАРОВ.
Һәр үткән көн минең йөрәгемә
Үҙ тамғаһын уйып һала.
Һәм ул мәңге тере булып ҡала,
Башҡа эҙҙәр юйылһа ла. –
Илемдәге һәр бер өлкән шатлыҡ
Уйҙарыма бирә сафлыҡ.
Бәхет өсөн барған көрәш нуры –
Илһамсымдың иң-иң ҙуры.
Ил тормошо – минең яҡты көнөм. –
Шуны йырлай алһа инем.
Тынғы белмә, һайра, күңел ҡошом:
Был һинең изге бурысың.