-3 °С
Болотло
Ысыҡ кисә үлән, сәскә-гөлдәр,
Таң һалҡыны яра һауаны,
Диңгеҙ кеүек ята Өршәк буйы
Томан ҡаплап алғас даланы.
Зәңгәр күкте ҡанатына элеп
Бөркөт осоп үтте ҡыйылып,
Көнбағыштар сәләм биреп ҡалды
Ҡояш нурҙарына һыйынып.
Бешкән арыш, яңы бесән еҫен
Ел таратты тирә- яғына,
Аҙашҡан бер һары япраҡ ҡына
Һағыш һалды август таңына...
( М. Бикәнәсова 2017й)