Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
5 Май 2021, 14:26

Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА.

Ҡайын ҡыҙы япраҡ-усынТәҙрәгә һуғып ала.Ҡояш көлгән зәңгәр күктәКүкшел болот ҡабара. Шаян елдәр елеп килепҠосаҡлай ҡайын ҡыҙын.Билкәйе һығылып китә,Тирбәлә йәшел толом. Үпкәләткән ҡарағайҙы,Ҡайынға ел күҙ һалып,Ҡосағынан тартып алырУрынынан ҡуҙғалып. Уғаса булмай, болоттоЙәшен ҡайыҙлап үтте.Ямғыр, батмус сиртә-сиртә,Бейергә төшөп китте.

Ҡайын ҡыҙы япраҡ-усын
Тәҙрәгә һуғып ала.
Ҡояш көлгән зәңгәр күктә
Күкшел болот ҡабара.
Шаян елдәр елеп килеп
Ҡосаҡлай ҡайын ҡыҙын.
Билкәйе һығылып китә,
Тирбәлә йәшел толом.
Үпкәләткән ҡарағайҙы,
Ҡайынға ел күҙ һалып,
Ҡосағынан тартып алыр
Урынынан ҡуҙғалып.
Уғаса булмай, болотто
Йәшен ҡайыҙлап үтте.
Ямғыр, батмус сиртә-сиртә,
Бейергә төшөп китте.
Читайте нас: