Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Апрель 2021, 13:44

ИЖАД ИТЕҮ – КҮҢЕЛЕМ ТАЛАБЫ,

ти Минира БИКӘНӘСОВА.Төрөмбәт ауылы мәҙәниәт йортонда Минира Бикәнәсованың “Доға ҡөҙрәте” исемле китабының исем туйы һәм юбилейына арналған кисә йылы, ихлас мөхиттә үтте.

Авторҙың хикәйәләре тупланған йыйынтыҡта 35 әҫәр урын алған. Был хикәйәләрҙә һәм юморескаларҙа замана тормошо, яҡындарының яҙмышы сағыла.
Сарала ҡатнашыусылар ҙа Минира Бикәнәсованың тормошсан, уҡымлы әҫәрҙәр яҙыуын билдәләп үтте.
Кисәне асып, Төрөмбәт ауыл советы рәйесе Юлай Ҡотлоюлов юбилярҙы ғүмер байрамы һәм яңы китабы сығыу менән ҡотланы, уңыштар теләне.
Ауырғазы район хакимиәте һәм район башҡорттары ҡоролтайы исеменән Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламанова сығыш яһаны. “Яҙыусы әҫәрен йөрәк түренән сығарып тыуҙыра. Бына уның икенсе китабы ла баҫылып сыҡты. “Күңел моңо” исемле шиғырҙар йыйынтығы күптәрҙең өҫтәлендә торалыр. Хикәйәләре лә шулай уҡылырына иманым камил. Уҡымлы, ихлас, тормошсан әҫәрҙәре менән йәлеп итә белә. Минира Винер ҡыҙы – бик сабыр холоҡло, итәғәтле, әүҙем кеше. Абруйлы етәксе менән Төрөмбәт мәктәбе гөрләп йәшәр, балалар ҡайтыр, тип өмөттәр бағлап ҡалабыҙ. Тағы ла ижад емештәрегеҙҙе күрергә яҙһын”, - тине ул.
“Авторҙың үҙенә генә хас яҙыу һәләте, үҙ юлы бар. Ул бер кемде лә ҡабатламай. Минира Бикәнәсованың ҡулъяҙмаларын тикшергәндә, ошоға тағы бер инандыҡ. Телдең бәҫен, тәмен белеп яҙа. Үҙенсәлекле, еңел әҫәрҙәре уҡыласағына шигем юҡ”, - тип теләктәрен еткерҙе Яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе Фәрзәнә Аҡбулатова.
Ә Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова Минира Винер ҡыҙының әҫәрҙәре менән иң беренсе социаль селтәрҙәрҙә таныша. Уларҙы уҡып, үткер ҡәләм эйәһе тигән фекергә килә. Һәм уны мотлаҡ башҡорт теле уҡытыусыһылыр, тип күҙ алдына килтерә. Ә бына ошо хикәйәләрен тикшереүҙә әҙәби эксперт булараҡ ҡатнашҡанда, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы авторҙың үҙе менән танышып, уның мәктәп директоры һәм химия-биология фәндәре буйынса уҡытыуын күреп, тағы бер ғәжәпләнә. “Ауырғазы ерендә мин беренсе тапҡыр. Минираның юбилейы, китап туйы икәнлеген белгәс, шатланып килдек. Ул ихлас шағирә, шәп прозаик. Ҡыҫҡалыҡ – ул талант билдәһе, тигәндәй, ҡыҫҡа хикәйәләрендә күп ваҡиғаларҙы асып һала”, - тип яҙыусының ижадына оло баһа бирҙе.
Шиғриәт кисәһе шиғырҙар уҡыуһыҙ үтәме ни!? Тамара Искәндәриә: “Бында юлға сығыр алдынан Өфөлә Бабич һәйкәле янында йыйылып, уға сәфәребеҙҙең маҡсатын еткерҙек. Шунда тыуған йылылыҡты, илаһилыҡты түкмәй-сәсмәй алып килеп етергә тырыштыҡ. Беҙ һеҙгә, бөйөк шағир Рәшит Назаровтың ауылына, Шәйехзада Бабичтың нурын алып килдек”, - тип, илһамланып үҙенең шиғырҙарын уҡыны.
Минира Винер ҡыҙын мәктәп коллективы, китапханасылар, уның әҫәрҙәре менән Бәйләнештә социаль селтәре аша танышып, уның менән дуҫлашҡан, бөгөн беренсегә үҙен күреүсе Әлмира Батталова ҡотланы.
Әҙәби кисә мәктәп уҡыусыларының, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең йыр-моңо, шиғырҙар һөйләү менән үрелеп барҙы.
Ошондай матур, йылы кисә әҙерләгәндәре, ҡотлауҙар, бүләктәр өсөн Минира Бикәнәсова барыһына ла рәхмәттәрен еткерҙе. “100 дана менән сыҡҡан “Доға ҡөҙрәте” китабындағы хикәйә, юморескаларҙа ваҡиғалар үҙебеҙҙең тормоштан, геройҙар беҙҙең арала, уларҙы әллә ҡайҙан эҙләргә лә түгел, - тине ул. – Ауылдаштар тураһында мәҡәләләр ҙә яҙам”.
Райондың башҡорт ауылдарының мәктәптәренә, китапханаларына ла китаптарын бүләккә тапшырҙы.
Бөтә ҡунаҡтар ҙа был саранан йылы тәьҫораттар, матур тойғолар менән таралышты. Ойоштороусыларға, саҡырыусыларға рәхмәт! Минира Винер ҡыҙына артабан да илһамланып ижад итергә яҙһын,үҙенең әҙәби емештәрен ҡулына алып һөйөнөргә булһын!
Ә инде, хөрмәтле уҡыусылар, авторҙың ниндәй матур хикәйәләре йыйынтыҡта урын алған, улар нимә тураһында – былар менән һеҙ уның китабы аша таныша алаһығыҙ.
Рәүилә БАРДЫБАЕВА.
Читайте нас: