Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
2 Апрель 2021, 17:12
КЕСКӘЙҘӘРГӘ – КИТАП
(Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА).
Эй бөртөкләп йыям бит мин
Яҙылған-һыҙылғанды.
Кескәйҙәргә китап итеп
Бирәм тип йән һыҙланды.
Эй түгелде йөрәк көсөм,
Түгелер әле тағы.
Балаларға етһен өсөн
Матур башҡорт китабы.
Эй көйәм бит, ҡулъяҙмалар
Килгәндә сейле-бешле.
Әйтерһең, сабый балаға
Ни булһа ла килешле.
Балаларға бата ул, тип,
Юҡ, түгел ҡотолмалы.
Яҡшыны ла, яманды ла
Һеңдерә бала аңы.
Үҙ телен, милләтен бала
Кескәйҙән үҫһен һөйөп.
Минең халҡым бай тарихлы,
Батыр рухлы, тиеп.
Кәмһенергә, хурланырға
Булмаһын һис бер сәбәп.
Аң-зиһененә изгелек
Орлоғо сәсһен әсбап.
Ата-бабалар данына
Ғорурланып ул үҫһен.
Буй еткәс, был мәртәбәгә
Өҫтәһен үҙ өлөшөн.
Килгән һәр бер ҡулъяҙманы
Ҙур өмөт бағлап асам.
Кескәйҙәр китап уҡыуҙан
Төңөлмәһен һис ҡасан!
Читайте нас: