Урал итәгенә башын терәп,
Ауылым тынған төнгө серемгә.
Ялан еле бишек көйөн көйләй,
Әкиәт һөйләй уға сирендәр.
Бер секундтан сығыр бөркөлөп!)
Атлап барам. Баҫҡан һәр бер аҙым
Йырланмаған яңы йыр кеүек.
Йондоҙҙарға бағам. Урал аша
Ҡул болғайым тыуыр таңыма.
Ергә ятып, моңһоу, моңһоу итеп,
Төн көрһөнә минең янымда...
Башҡорт тупрағына үрә баҫып,
Таң күтәрҙе минең Уралым!