Тын болонда үҫкән гөлдәр генә,
Елпенеүе наҙлы күбәләктең,
— Шулар ғына һине биләйме ни?
Килешәме йырлау, минең дуҫым,
Бер үк йырҙы шулай һаман да?
Майҙан итеп алған Ер өҫтөн.
Бәхет өсөн барған был дауҙа,
Тау онтарлыҡ нәфрәт кенә түгел,
Һөйөүҙе лә кәрәк йырларға!
Наҙлы иҫкән таңдар елендә
Нәфрәт йәшеренгән, — үлемгә,
Айлы кистә, сылтыр инештә,
Саф күңелдән дәртле үбештә —
Бомбаларҙың барыһын ватырлыҡ
…Һәм мин яҙам шулар тураһында, —
Төн ҡараһы сирҡандыра бары
Белһәң генә көндөң нурын да!