Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Март 2021, 11:04

ҠОЯШЛЫ ЯҠТЫЛЫҠ (Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА).

Сер йомоп йөрөй йөрәгемСәскә бүлбеһе төҫлө.Йәшәгән һайын тормоштоңКәмемәй арбау көсө. Гүзәллекте күңел менәнТулайым ҡабул итәм.Хистәрҙе йомғаҡтай урап,Болоттай уйҙар һүтәм. Һәр йөрәкте шаҡып тормайӨләшер инем шатлыҡ.Изгелегем үтес түгел,Һөйөнөс түгел һатлыҡ. Күңелдәр бәҫәрмәһендәрЭргәлә шатлыҡ юҡҡа.Ҡорғандарҙы күтәрәйемҠояшлы яҡтылыҡҡа!

Сер йомоп йөрөй йөрәгем

Сәскә бүлбеһе төҫлө.

Йәшәгән һайын тормоштоң

Кәмемәй арбау көсө.

Гүзәллекте күңел менән

Тулайым ҡабул итәм.

Хистәрҙе йомғаҡтай урап,

Болоттай уйҙар һүтәм.

Һәр йөрәкте шаҡып тормай

Өләшер инем шатлыҡ.

Изгелегем үтес түгел,

Һөйөнөс түгел һатлыҡ.

Күңелдәр бәҫәрмәһендәр

Эргәлә шатлыҡ юҡҡа.

Ҡорғандарҙы күтәрәйем

Ҡояшлы яҡтылыҡҡа!

Читайте нас: