Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Март 2021, 10:08

21 март – БӨТӘ ДОНЪЯ ШИҒРИӘТ КӨНӨ

БАРЛЫҠ ИЖАД ҺӨЙӨҮСЕ, ИЖАД ИТЕҮСЕ ДУҪТАРЫБЫҘҘЫ ОШО ИЛҺАМ БАЙРАМЫ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ! ИЖАД ҠОМАРЫҒЫҘ ҺҮНМӘҺЕН, УҢЫШТАР ҺЕҘГӘ!Ошо көндөң барлыҡҡа килеү тарихына күҙ һалайыҡ.

1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында йыл һайын 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөн (World Poetry Day) үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Беренсе мәртәбә был байрам Парижда, ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында үтә.
Был байрамдың төп маҡсаттарының береһе – телдәр төрлөлөгөн хуплау һәм поэзия ярҙамында юғалып барған телдәргә ярҙам итеү. Шулай уҡ шиғриәтте үҫтереү, телдән шиғыр уҡыу традицияһына ҡайтыу, поэзия менән башҡа сәнғәт төрҙәрен, мәҫәлән, театр, бейеү, һынлы сәнғәтте, берҙәм итеү кеүек йүнәлештәрҙә эшләүгә лә саҡыра.
Иң боронғо шиғыр-гимндар беҙҙең эраға тиклем 23-сө быуатта барлыҡҡа килгән тип иҫәпләйҙәр. Уларҙың авторы - шағирә Эн-хеду-ана (En-hedu-ana). Уның Иран биләмәһендәге Ур тигән ерҙе баҫып алған Саргон батшаның ҡыҙы икәнлеге генә билдәле. Эн-хеду-ана ай алиһәһе Нанна һәм уның ҡыҙы, иртәнге йондоҙ алиһәһе Инанна тураһында яҙған.
Читайте нас: