Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Март 2021, 15:04

ТАМСЫЛАР

(Рәшит НАЗАРОВ).

Тып-тып... тып-тып... тәү тамсылар тама,
Яҙ килә, яҙ! Йырлай бар донъя.
Нур эсенә сумған ҡояшмы ни,
Ер төрөнгән серле шау-шыуға.
Тып-тып... тып-тып... Тамсы түбән оса,
Тик бер секунд – зыулап уҙа ла, -
Аһ, аяныс яҙмыш! – тып-тып... тып-тып
Ергә һеңә... бөтә... юғала...
Аһ, аяныс яҙмыш... Ә ерҙә яҙ! –
Тамсыларҙы тотоп усыма,
Һалҡынлығын тоям мин уларҙың,
Һалҡынлығы тәнгә ҡушыла...
Тып-тып... тып-тып... Тормош ҡосағына
Атылып инеп, әллә ғүмер ҙә,
Тамсы кеүек, күктән һикерәме
Һеңер өсөн генә тик ергә?!
Ах, туҡта, сеү... һалҡын тамсылар, күр,
Устарымдан сыҡты артылып.
Тып-тып!.. Тып-тып!.. Тама, тама улар,
Ниндәй тере! Ниндәй топ-тоноҡ!
Тып-тып! Тып-тып! Һаман баҫып торам,
Яҙ килә, яҙ! Йырлай бар донъя.
Нур эсенә сумған ҡояшмы ни,
Ер төрөнгән серле шау-шыуға!
Дөрләп торған тере ялҡын күрҙем
Үҙәгендә һәр бер тамсының.
Данлы яҙмыш! Ҡапыл... сеү, шул утты
Йөрәгемдә үҙем татыным...
Тып-тып! Тып-тып!.. Ергә сумып улар
Яҙғы гөлдәр шытыр юл аша,
Ергә бәхет, ә үҙҙәре өсөн
Яңы көнгә ҡарай юл аса.
Еремдә яҙ! Тәү тамсылар тама,
Йөрәк типкән кеүек, тып та тып!
Тамсы тама... Ерҙә тормош саба...
Йә, ҡара һин уны туҡтатып!
22.05.1963
Читайте нас: