Иҫ киткес тәбиғәтле урында урынлашҡан Үтәймулла ауылында уның күңелендә тәүге шиғырҙары тыуған, уның һыуҙары, тау-урмандары, нәфис сәскәле яландарына һоҡланыу ҡыҙҙа шиғри осҡондо дөрләтеп, илһамын үҫтергән. Ошо ауылдың урам-тыҡрыҡтарынан, һуҡмаҡтарынан оло юлға сыҡҡан. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, бөгөнгө бейеклеккә килеп еткән.
Әлфиә Нәжиб ҡыҙы изге күңелле, ярҙамсыл, мөләйем. Шағирә үҙенең ябайлығы, эскерһеҙлеге, асыҡ күңеллелеге менән бар кешене лә үҙенә йәлеп итәлер, һисшикһеҙ.
Әҫәрҙәре һәр йәштәгеләр өсөн дә уҡымлы, тәрән мәғәнәле. Уларҙа тыуған яҡҡа һөйөү, һоҡланыу менән бергә, тормоштоң ғәҙелһеҙ, кире яҡтарына әсенеү ҙә ята. Балалар өсөн әҫәрҙәрендә уларҙың психологияһын яҡшы белеү ҙә, шул уҡ ваҡытта ябай, аңлайышлы, образлы телдә улар менән аралашыу ҙа хас шағирәгә.
Кешелекле, кеселекле Әлфиә апайҙы тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һау-сәләмәт булығыҙ, ғүмер юлығыҙ бәхетле, шатлыҡлы, ижадығыҙ илһамлы булһын.
Беҙҙе шатландырып осрашыуҙарға ҡайтып тороғоҙ, беҙ һеҙҙе яратабыҙ!