Тағы ла бер яҙҙы ҡаршы алам,
Тағы ла бер ҡышты оҙатам.
Үткән менән киләсәкте ялғап,
Иреп аға торған боҙ ята.
Иреп аға торған ҡарҙар ята,
Ап-аҡ түгел инде,
ҡарайып.
Тәбиғәттең ошо күренешен
Үҙенеке иткән яҙ айы.
Рәнйемәйсә үткәндәрҙән ҡалған
Сүп-сарҙарға,
бысраҡ, ләмдәргә.
Яҙ тағы ла үҙ наҙҙарын өҫтәй
Күңелдәрҙе яулар йәмдәргә.
1985.