О, иҫемдә!.. Нурҙар уртлап, ем-ем көлөп,
Ҡыуаныстан күккә осҡан ысыҡ кеүек,
Йөрәгемде шундай иртә ташлап киткән
Ҡөҙрәтле мәл, - ғүмерҙең шуҡ, ғәмһеҙ сағы –
Бала сағым! – ҡолап ҡалған көндәр аша
Хәтерләнем, хәтерләнем һине тағы...
Хәтерләнем шаулы мәктәп залдарында
Еҙ ҡыңғырау алтын сыңдар таратҡанын.
Сыуаҡ шатлыҡ диңгеҙендә батып ҡояш,
Бәхет тауына баҫып тағы таң атҡанын.
Ах, үҙеңдә юҡты нисек бирмәк кәрәк?!
Шатлыҡ ҡына көҫәп баҡһам мин алыҫҡа, -
Ҡайҙан ала? – бала сағым көлә-көлә
Күмеп ташлай мине тамам моң-һағышҡа.
Йәйге таңдар атҡан һайын сығам ҡырға,
Ысыҡтарға моңһоу ғына бағып үтәм, -
Таң нурҙары уйнай унда... Бала саҡмы?
...Ҡояш ҡалҡа. Ысыҡ балҡый... Тертләп китәм...
Һәм эйелһәм үбәм тиеп әгәр уға,
Ысыҡ та юҡ, йөҙә бары томан ғына...