Эй, урала, һырынтылар һала,
Биләүҙәргә биләй еркәйҙе.
Аҡ сымылдыҡ эстәренә боҫоп,
Тартынғандай шәрә ҡалыуҙан,
Селтәр шәлен иңдәренә һалған
Муйыл, миләш, ҡайын һылыуҙар.
Мәрйендәре сәселеп-сәселеп киткән
Ап-аҡ ҡарға миләш-баландың.
Бәҫтәр ҡойғас тейен ҡарағайҙан,
“Хәбәр һөйләп теле талмаймы икән?” –
Һайыҫҡанға хайран тумыртҡа.
Шыршы турғайының балалары
Сипелдәшеп сиртә йомортҡа.
Ҡар һырыған һыртын һелкә-һелкә,
Урман эйәһенең тәхетеләй,
Ҡалҡып балҡый һәр бер түҙлек-төп.
Үҙ тормошо урман-яландарҙың,
Тойолһа ла ойоп ятҡандай.
Ҡорҙар туйын ҡарап, эҙ һеперә
Көлтәғойроҡ иркен аҡланда.
Тормош ҡайнай ҡышҡы урманда ла,
Тик ағастар йоҡлай әлегә.
Һүрән ҡояш нуры ҡағыла ла,
Белешкеләп тора хәл генә.
Яҙ йәменә кинәнер мәл етер,
Урман тора серҙе йәшереп.
Ҡоштар моңо, сәскә нурҙарына
Ҡойонасаҡ тиҙҙән йәшеллек.