Тыуған яғым сәскәләрен йыйып,
Ҡосағыңа ҡыҫып бүләк иттең.
Йылмайыулы ҡараштарың менән
Күҙҙәремдең алмаларын өттөң.
Һауаларға сөйөлдө лә йөрәк,
Күкрәк ситлегенә кире ҡайтты.
Хыялымда ғына йәшәгән хис
Йәйғор булып арабыҙға ятты.
Үтә һуҡҡан тормош елдәренән
Була алһаң икән гел ышыҡ.
Ауырлыҡҡа башым эймәйенсә