Рух
+14 °С
Облачно
Илһам
11 Февраля 2021, 09:51
МЕЙЕС
(Минира БИКӘНӘСОВА).
Заманалар башҡа хәҙер –
Газ яғалар ауылда!
Өшөмәйҙәр көҙөн, ҡышын,
Бурандарҙа, дауылда...
Иртән торһаң – йылы, тиҙәр
Мәшәҡәте аҙыраҡ,
Көл алмайһың, ҡоромо юҡ,
Усаҡ алды таҙараҡ...
Нихәл итәһең бит инде –
Газ юҡ беҙҙең урамда!
Өшөһәк тә бер аҙ ғына
Ҡышҡы һалҡын буранда,
Һүҙем мейес хаҡында –
Уның йылыһы наҙлай,
Иретә тәнең-йәнеңде,
Күмере яҡты баҙлай...
Тәмле төтөн еҫен һиҙер
Үтеп барыусы кеше,
Газдан сыҡҡан ағыу түгел
Метан йә пропан ише...
Ауыл өйөн йәмләй мейес,
Уты янһа усаҡта,
Донъя теүәл, түп-түңәрәк
Йылы, наҙлы ҡосаҡта...
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"