Серле ташыу булып, төшөмә
Ингән саҡта шаулап, йылғам минең,
Был тиклем дә гүзәл түгел инең, -
Ни һыйһа ла сабый хисенә,
Өлкән йөҙ ҡат артыҡ кисерә.
Бала сағым, хыял аша, һинең
Тулҡындарың шауын тыңланы.
Талдай һиңә тамыр йәйҙе уйы,
Уҙыр юлын тартты Иҙел буйы,
Үҫте хыял, үҫте, тынманы,
Бына, Иҙел. Ауылым аша уҙған
Аҡ сабаҡтар булып, хыялдарым,
Күреү менән Ағиҙелем ярын,
Күреү менән бейек күперҙе,
Тулҡындарға ҡапыл һикерҙе.
Иҙел, Иҙел... Мәңге тынмаҫ йырың
Ҡайҙа шулай, ярһыу толпар кеүек,
Тауҙар ярып, көлөп, бейей-бейей,
Ашҡынаһың, дуҫым, шау ғына,
Был донъяның ҡайһы яғына?
Баҫып торам дуға-күпереңә,
Ҡайҙа миңә һиндәй йыр йырлау!
Машиналар ағыла, ҡоштар ҡағына,
Тулҡыныңда тыуыр таңдар сағыла,
Ғүмереңдә күпме ғорур шау!
Ҡайҙа миңә һиндәй йыр йырлау?!
Булһын әйҙә ғүмерем дуғаңа, тим,
Кескенә бер тыйнаҡ ҡыңғырау.