Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Февраль 2021, 17:41

УРМАНДА

(Рәшит НАЗАРОВ). Ҡыш.Серем итә һылыу ҡарағайҙар,Ап-аҡ бәҫ-шәлдәрен ябынып...

Ҡыш.
Серем итә һылыу ҡарағайҙар,
Ап-аҡ бәҫ-шәлдәрен ябынып.
Ер аҫтында, тотҡон ғашиҡ төҫлө,
Ер һағышлай яҙҙы һағынып.
Мин атлайым ҡышҡы урман буйлап,
Мамыҡ ҡарҙар өҫкә ҡойола.
Зәһәрле ел иҫә,
Әйтерһең дә,
Туңдырырға мине йыйына.
Юҡ, ҡурҡмайым.
Сөнки хыялымда
Яҙғы ерҙең үҙе парлана.
Ҡайнарлығы хистең
Тәнем буйлап
Яҙ йылыһы булып тарала.
(21.12.1961)
Читайте нас: