Ирек менән бер аҙ аптырап ҡалдыҡ, теге хат хужаһының битен асып, танырға итәбеҙ.
Ирем, бындай хәлде көтмәгәнлектән, ытырғанып, ситкә үк китеп, телевизорға текәлде.
Бына хаттар бер-бер артлы экранға теҙелде: унда ханым үткән тормошон, ғаиләһен, балаларын яҙған, һөйөү һүҙҙәрен дә йәлләмәгән. Яуап көтәм, тигән.
Ирек, һине шул хәтлем дә яратып йөрөгән кешең булғас, мәхрүм итмә инде, бер-ике һүҙ булһа ла яҙ, - тим мин инәлеп.
Нимә тип яҙайым, шунса йыл үтеп киткәс, бер бәйләнсек ҡыҙыҡай ине, һаман да шул икән! Миңә ҡалһа, тамсы ла яратманым мин уны! – тип һалдырҙы.
Ярай, иҫәнләш кенә, исмаһам! – тим.
Үҙең берәй һөйләм яҙ улай булғас, минең исемдән, - тине ул, йомшарып.
Уңайһыҙ булһа ла (алдашыу бит инде был), Ирек исеменән ҡыҫҡаса ғына сәләм ебәреп, ғаиләбеҙ тураһында бер-ике һүҙ яҙып ебәрҙем тегеңә.
“Һин йәш сағыңда уҡ ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек йөрөй инең, хатың да ҡыҫҡа ғына, күберәк яҙһаң ни була?” – тигән теге бәйләнсек.
Мин тағы колхоз хәлдәре, ауылдағы хәл-торош тураһында бәйән иттем. Шунан китте беҙҙең арала “дуҫтарса” бәйләнеш... Теге ханым бигерәк әрһеҙ булып сыҡты – ҡунаҡҡа саҡыра башланы, телефон номерын һорап ыҙалата... Элек беҙ йәш саҡта фотолар менән алмашыу ғәҙәте бар ине, иремдең фотоһын ебәргән – “Таныйһыңмы ошо йәш егетте, беҙҙең осрашыуҙарҙы онотманыңмы?” – тип һораған, күрешеп һөйләшергә саҡырған.
Саманан артығын ҡылана башлаған ханым менән хәбәрләшеүҙе туҡтатып ҡуйҙым, әммә серҙе асманым.
Өлкән йәшкә етеп аҡыл тупланған, хис-тойғолар һынауҙар аша үтеп нығынғанлыҡтан, был хәлгә бик үк иғтибар бирмәнек, башҡаса иҫкә лә төшөрмәнек”, - тип һүҙен йомғаҡланы Ғәзимә апай.
Һәр беребеҙҙең дә йәш саҡта осрашып танышҡан, бәлки, яратҡан да кешеләребеҙ булғандыр... Яҙмыш ҡушыуҙары буйынса насип булған йәрҙәр менән ҡауышып тормош һуҡмаҡтарынан бергә үткәндә, беренсе мөхәббәтебеҙгә булған хистәрҙе күңелдең иң саф, ҡәҙерле мөйөшөндә һаҡлай беләйек, әхирәттәр.