Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
27 Ғинуар 2021, 16:13

Һуңлаған аңлашыу

(Интернет хикмәттәре)(Минира БИКӘНӘСОВА).

Сит өлкәлә йәшәгән апайым менән еҙнәмә ҡунаҡҡа барҙым. Мине әйҙүкләп ҡаршы алдылар: апайым бигерәк уңған да инде – ниндәй генә аш-һыу әҙерләмәгән! Еҙнәм дә йүгереп йөрөй. Мин килгәс, күршеләрен ҡунаҡ күрһәтергә тип ашҡа алдылар. Күршеһе Ғәзимә апай күркәм холоҡло, сибәр йөҙлө, һүҙгә бөткән кеше икән, ә бына Ирек ағай уның тап киреһе – аҙ һүҙле, тыныс ҡына олпат ир. Бер аҙ ҡунаҡ булғас, ир-ат ишек алдына сыҡты, ә ҡатын-ҡыҙҙар сер бүлешеп алдыҡ. Шунда Ғәзимә апай һөйләгәндәрен, бәлки, башҡаларға һабаҡ булыр тип, яҙырға ҡарар иттем.
“...Ирем менән утыҙ йылдан ашыу татыу ғүмер итәбеҙ, һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтар беҙҙең ғаиләбеҙгә лә үтеп инде – заманса компьютер һатып алдыҡ, телефон линияһы һуҙып, интернетҡа тоташтырҙыҡ. Мин оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгәс, ул компьютерға тиҙ генә өйрәнеп алдым. Ә бына иремдең машина руле бороп, тимер-томор араһында ҡатҡан бармаҡтары бер нисек тә компьютер клавиатураһына баҫа алмай, йә ситкә сығып китә, йә ике төймәгә бергә баҫа, етмәһә, яҡындан күрмәй ыҙалана.
Ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙым бер ялда ҡайтып, икебеҙҙе лә “Бәйләнештә” сайтына теркәп ҡуйҙы.
Атай, әсәй, бына, буш ваҡытығыҙҙа элекке таныштарығыҙ, класташтарығыҙ менән хәбәрләшә, хатлаша алаһығыҙ, миңә лә яҙып тороғоҙ, тип, аралашыу тәртибен өйрәтеп китте.
Бына бит, замана! Күпме йылдар юғалып торған таныштар, дуҫтар, туғандар табыла башланы! Телефон номерҙарын алып һөйләшәбеҙ, көн үткәне лә һиҙелмәй хатта!
Шулай бер көндө ирем теркәлгән битте асып, бергә үҫкән балалыҡ дуҫтарын, училищела уҡыған таныш-тоноштарын табып ултырабыҙ. Этләшә-этләшә булһа ла, тырышып яҙырға өйрәнеп маташа бит!
Юҡ, минән булмай, ныу, исмаһам, әрмелә бергә хеҙмәт иткән егеттәрҙе табыр инем, - тип аҙарына был.
Шул саҡ бер хат килеп төштө! “Һаумы, минең ҡәҙерлем! Мине таныйһыңмы? Мин һине үлеп һағындым!”, тиелгән унда.
(Аҙағы бар).
Читайте нас: